Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 07:23

Республикала полиция хеҙмәткәре үҙ йортонда үле килеш табылған

-

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре үҙ йортонда үле килеш табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир үҙ-үҙенә ҡул һалған. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар уның ни өсөн был аҙымға барғанын асыҡлай.
«Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы буйынса бүлеге хеҙмәткәре өйөндә үле килеш табылған. Урынға тәфтиш-оператив төркөм килгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы аппараты хеҙмәткәрҙәре осраҡты тикшерә башланы», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас