Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 06:40

Һүрәт төшөрөргә яратыусылар өсөн конкурс

..

1 – 24 апрелдә Нефтекамалағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы «Александр Невский исеме – Ватан ғорурлығы» тигән асыҡ һүрәттәр конкурсы ойоштора. Был бәйге бөйөк князь, ғәскәр башлығы Александр Невскийҙың тыуыуына 800 йыл тулыуға арналасаҡ.
Унда Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһында йәшәгән балалар һәм үҫмерҙәр, балалар һынлы сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашырға саҡырыла. Ғаризалар 17 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Телефондар: 8 (34783) 4-88-26, 4-37-94.
Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса http://www.muzeyneft.ru/1077-konkurs-risunkov-aleksan.. алырға мөмкин.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
https://vk.com/club45440006
Читайте нас