Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 06:42

«Матлет» республика олимпиадаһында ҡатнашығыҙ

..

18 апрелдә www.matlet.rilirb.ru сайтында онлайн рәүештә «Матлет» республика олимпиадаһының һайлап алыу этабы үтәсәк.
Унда V – VII синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Һайлап алыу һөҙөмтәһе буйынса йомғаҡлау этабына үтеүселәр исемлеге төҙөләсәк. Олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙарына мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары, ойоштороусылар һәм уларҙың партнёрҙарының бүләктәре тапшырыласаҡ.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 5-енән 17 апрелгә тиклем теркәлеү үтергә кәрәк. Йомғаҡлау этабы 23 майҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының предуниверсарийында – республика инженер интернат-лицейы нигеҙендә уҙасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
https://vk.com/club45440006
Читайте нас