Илдар Сиражев Өфөлә автотранспорт колледжын тамамлаған. Автомобилдәрҙең тауышынан уҡ ҡайһы ере төҙөк булмауын белә ине, ти уның тураһында яҡындары. Әрмегә үҙ теләп киткән. Ватанды һаҡлау урынына һалҡын ер ҡуйынына инеп ятҡан улдары өсөн әхләҡи зыян суммаһын түләһәләр, аҡсаны ғаилә ҡыҙҙарын дауалауға тотонорға уйлай. Сөнки күҙ терәп ҡалған берҙән-бер балалары өсөнсө төркөм инвалиды.