+23 °С
Болотло

«Бөгөн – минең өсөн байрам. Наградаларым байтаҡ, ләкин күптән ошондай шатлыҡ кисергәнем юҡ ине. Был минең шатлығым ғына түгел. Был – ауылдаштарым, районым, балаларым, ейәндәрем, коллегаларым өсөн награда. Ихтирам күрһәткәндәре өсөн «Нур» театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллинға һәм ҡала етәкселегенә, депутаттарға ҙур рәхмәт. Мин 1949 йылдан бирле Өфөлә йәшәйем. Был минең ҡалам. Бында тәү килгән саҡта үҙәк Опера театрынан Үҙәк баҙарға тиклем генә ине. Хәҙер Өфөнөң көндән-көн күркәмләнеүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Баш ҡалабыҙ артабан да үҫешер, сәскә атыр тип ышанам», – тине Сәүиә Сираева.