«Хәтерегеҙгә төшөрәм, былтыр ғинуарҙа беҙҙең Президент Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда «Уңайлы интернет» проекты менән таныштырҙы. Беҙ ҙә ошо проектҡа ҡушылдыҡ һәм бөтә мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтырырға, 2023 йылға 1109 мәктәптә заманса компьютер кластары булдырырға хәл иттек. Тормош шул тиклем алға китте, интернетһыҙ бер нисек тә булмай. Курстар, семинарҙар, практикумдар, ә пандемияла – дәрестәр. Һанлы трансформация ваҡыты етте. Ике йыл эсендә генә беҙ 640 мәктәпте интернетҡа тоташтырҙыҡ», — тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.