Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 11:25

ЙӘШТӘРГӘ – ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫ

Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ — иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Йәштәргә, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй, республика Хөкүмәте, район хакимиәте йәһәтенән ҡабул ителгән күп программалар уңышлы эшләй һәм уларҙың бойомға ашырылыуы һөҙөмтәһендә бәхетлеләр өйҙәр туйлай, йорттар төҙөй.

Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ — иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә.
Йәштәргә, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй, республика Хөкүмәте, район хакимиәте йәһәтенән ҡабул ителгән күп программалар уңышлы эшләй һәм уларҙың бойомға ашырылыуы һөҙөмтәһендә бәхетлеләр өйҙәр туйлай, йорттар төҙөй.
Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтендә торлаҡ һатып алыу һәм йорт төҙөү өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттарҙы дүрт ғаилә алып ҡыуанды.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов бындай ярҙамдың йәш ғаиләләр өсөн урынлы һәм мөһим икәнлеген билдәләп:
-Быйылғы йылда торлаҡты яҡшыртыу буйынса сертификаттар тапшырыу башланды. Торлаҡ-ғаилә тормошоноң ныҡлы нигеҙе. Үҙ йортоң булыуы бәхетле, матур йәшәү өсөн тәү шарт, минеңсә.
Бөгөнгө көн һеҙҙең ғүмерегеҙҙә онотолмаҫлыҡ бер мәл булып ҡалыр тип уйлайым. Бөтәгеҙҙә үҙегеҙгә оҡшаған зауыҡлы, матур торлаҡ табырһығыҙ,-тине.
Ғаиләләрҙең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Аҡсалата сертификаттар — күптән көтөп алынған бүләк.
Фидан һәм Әлфиә Торомтаевтар 3 бала тәрбиәләй. Тормош иптәше “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә, ҡатыны мәктәптә инглиз теленән уҡытып, бөгөнгө көндә декрет ялында. Әлеге мәлдә улар ата-әсәләре менән бергә йәшәйҙәр.
-Беҙ Бүребай ауылында йәшәйбеҙ. Был программаға 2010 йылда иҫәпкә торҙоҡ. Оҙаҡ ваҡыт үтһә лә, өмөтөбөҙҙө өҙмәнек. Дәүләттән бирелгән ярҙамға яҡшы торлаҡ алып, районда ҡалырға тигән ниәтләйбеҙ. Шатлығыбыҙ сикһеҙ,-тиҙәр Тормотаевтар.
Айгөл һәм Булат Билаловтар Ғәлиәхмәт ауылынан. Ҡатыны мәктәптә эшләп, әлеге мәлдә декрет ялында, иптәше ауылда почтальон булып эшләй. 3 балаға тәрбиә биргәндәр.
Бүребайҙан Данис һәм Зәлиә Итбаевтар ҙа сертификат алып ҡыуанды. Йәш кенә ғаилә булыуҙарына ҡарамаҫтан, дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Иң ҙурына 8, кескәйҙәренә 2 йәш. Бөгөнгө көндә әсәлек капиталына алған бәләкәй йортта йәшәйҙәр.
Аҡъярҙан Зәлиә Акилова ла “Пятерочка” супермаркетында эшләп, әлеге мәлдә декрет ялында. Ҙур улына 12, уртансыһына 9 йәш, ә бына 10 көн элек кенә ҡыҙы донъяға килгән. Бөгөнгө көндә йәшәп ятҡан йорттарының территорияһының майҙаны бәләкәй, шуға күрә ҙурыраҡ йорт ҡарарға теләйҙәр.
— Хөкүмәтебеҙҙең йәш ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ярҙамды 2009 йылдан бирле көтәбеҙ. Программалар артабан да әүҙем эшләһен. Йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Ғаиләң менән үҙ йортоңда йәшәүгә ни етә. Һәр ғаилә балалары менән бәхетле, ә дәүләттән ошондай ярҙам күрһәтелеүе ҙур шатлыҡ, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Зәлиә Акилова.
Шуныһы ҡыуаныслы, республика буйынса торлаҡ алырға мөмкин булһа ла, ете ғаилә лә районда ҡалырға уйлай.
Гүзәл Бохарбаева.
Читайте нас