Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 04:12

Валерий Меладзе менән Азат Йыһаншинды нимә осраштырҙы?

-

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Радик Юлъяҡшин етәкселегендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәр шәмбе "Яңы моң" халыҡ-ара музыка конкурсы тура эфирҙа күрһәтелә.
Йәш таланттарҙы һайлап алыу, артабан уларҙы үҫтереү, ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған проектҡа аҙна һайын жюри булараҡ ике күренекле артист саҡырыла. Был юлы Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Валерий Меладзе менән Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проекттың даими баһалама ағзалары - продюссер Лина Арифуллина менән йырсы Гөлназ Асаева. Конкурс май айына тиклем бара. Тамашасылар үҙҙәренә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә ала.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас