

Районда яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек буйынса агрономик кәңәшмә үтте. Конференцияға Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр һәм Урал аръяғының 8 районынан делегация яҙғы сәсеүгә планлаштырылған эштәр буйынса фекер алышты.
Быйыл сара район мәҙәниәт йортонда үткән пленар өлөштән торҙо.
-Урал аръяғында йыш ҡоролоҡ күҙәтелә. Шуға күрә мелиорацияны үҫтерергә һәм был яҡтарҙа яҡшы үҫкән ҡаты сортлы бойҙайҙан гектарынан 15-20 центнер уңыш алырға кәрәк. Был йәһәттән башланғыстар ҙа бар. Тиҙҙән Урал аръяғы райондарында мелиорацияны үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлай.
Быйылғы сәсеү кампанияһын ҙур ышаныстар менән башлайбыҙ. Былтыр, пандемия ваҡыты булһа ла, республика Рәсәй буйынса ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә алтынсы урынды биләне. Волга буйы федераль округында һөт, ит етештереү буйынса өсөнсө урын яуланы. 2017-2020 йылдарҙа аграрийҙар 23 миллиард һум дәүләт ярҙамы алды. 2018-2020 йылдарҙа республикала ауыл хужалығы өсөн 21 миллиард һумға төрлө техникалар һатып алынды. Былтыр 10 миллиард һумға һатып алынған техниканың 1,8 миллиард һумы субсидиялана,–тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары–ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сығышында аграрийҙар хеҙмәтенә туҡталды.
–Районда ауыл хужалығы ҙур роль уйнай. Сәсеү кампанияһына әҙерлек дәррәү алып барыла. 11 ЯСЙ, 147 крәҫтиән-фермер хужалығы, “Урал аръяғы Агро" МТС-ы филиалы бар.
Бөтәһе районда 293015 гектар майҙанда ауыл хужалығы биләмәләре иҫәпләнә. Шул иҫәптән 52285 гектар – сабынлыҡ, 131500 гектар – көтөүлек, 110512 гектар – һөрөнтө ерҙәр. Ә 3 мең гектар әлеге ваҡытта файҙаланылмай. 2023 йылға тиклем был майҙандар эшкәртеләсәк.
Хәйбулла районы аграрийҙары быйыл яҙғы сәсеүҙе 91915 гектарҙа планлаштыра. Уларҙан 85165 гектарҙа иген культуралары, шул иҫәптән, 44956 гектарҙа бойҙай, 33340 гектарҙа арпа, 4350 гектарҙа һоло, 1870 гектарҙа нут. Техник культуралар 6944 гектар (көнбағыш, етен), бер йыллыҡ үләндәр 278 гектар ерҙә сәселәсәк. Күп йыллыҡ үләндәр майҙаны буйынса 12600 гектарҙы биләй. 2020 йылдың көҙөндә ужым бойҙайы һәм шипкән сәселде, уларҙың майҙаны 650 гекта. Һөҙөмтәлә бөтә сәсеү майҙаны районда 105177 гектар тәшкил итә.
Районда сәсеү эштәренә 229 трактор һәм 128 сәсеү агрегаттары йәлеп ителә. 638 тонна суперэлиталы һәм элиталы орлоҡ һатып алынған. Ул орлоҡ фондының 7 процентын яңыртырға булышлыҡ итә.
Үткән йылда 13500 гектар ергә 542 тонна минераль ашламалар индерелде. 1350 тонна супер элита һәм элиталы орлоҡтар һатып алынды. Бөгөн күптәр орлоҡ яңыртып, элиталы сорттар ала. Быйыл район ауыл хужалыҡтары 80 тонна минераль ашламалар һәм 6 тонна үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һатып алды.
Быйылғы йылдың өс айында хужалыҡтарҙа 57 миллион һумға 25 берәмек техника һәм ҡоролмалар һатып алынды. Улар араһында 3 яңы иген йыйғыс комбайн, 3 яңы трактор. Грант программаһы буйынса 7 берәмек техника алынды. Былтыр 198 миллион һумға 123 берәмек техникалар һатып алынғайны.
Район хужалыҡтарында бөгөнгө көндә 18 мең баш эре мөгөҙлө мал, 2790 баш йылҡы иҫәпләнә. 2021 йыл башынан бөтәһе 35 миллион һумға субсидия алынды,–тине Рөстәм Динислам улы.
Республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов яҙғы сәсеү эштәре өсөн дәүләт ярҙамы, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү тураһында сығыш яһаны. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов яҙғы сәсеүгә техниканың әҙерлеге, “Россельхозцентр” филилалы етәксеһе Айҙар Хәмәтшин 2021 йылға фитосанитар прогноз менән таныштырҙы. “Россельхознадзор” идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Ҡотломәтов төбәктәге ауыл хужалығы ерҙәрен тотоноу буйынса мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһе ғалимдары һәм эксперттар яҙғы сәсеү алдынан аграрийҙарҙы борсоған төп һорауҙарға яуап бирҙе.
Конференцияла ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең яҙғы сәсеүгә техник яҡтан әҙерлеге, хужалыҡтарҙа орлоҡ материалдары сифаты, дәүләт ярҙамы, ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыу, сеймал һатып алыу шарттары һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.
Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Илшат Илдус улы семинарҙың файҙалы булыуын билдәләне һәм ойоштороусыларға, шулай уҡ ауыл хужалығы эшсәндәренә, фермерҙарға, мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәренә һәм район хакимиәте белгестәренә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, алда торған мөһим кампанияла – яҙғы сәсеү эштәрендә уңыштар теләп, хеҙмәт алдынғыларына Почет грамоталары тапшырҙы.
Гүзәл Бохарбаева.