Коронавирус менән көрәш буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, республикала пандемия башланғандан алып, 378 кеше вафат булған. Әле стационарҙа 200-ҙән ашыу пациент иҫәпләнә. Уларҙың 17-һе ауыр хәлдә, 4 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. COVID-19 вирусын йоҡторған 4 меңгә яҡын кеше өй шарттарында дауалана.