Юҡ, беҙҙең республикала түгел,
https://news.mail.ru/ сайтында яҙылыуынса, Улан-Удэла йәшәй был ғаилә: 60 йәшлек олатай, 59 йәшлек өләсәй, уларҙың 36 йәшлек ҡыҙы һәм өс ейәнсәре. Береһенең дә бер ниндәй ҙә документы юҡ. Өләсәй кешенең совет заманында алынған паспортын иҫәпкә алмағанда инде. Нишләптер ваҡытында паспортын алмаштырмаған. Ҡыҙына тыуыу тураһында таныҡлыҡ алмаған. Уныһы үҙенең документтары булмағас, ҡыҙҙарына ла таныҡлыҡ ала алмаған. Алмаған, шулай йәшәгәндәр ҙә йәшәгәндәр. Бер көн дә документһыҙ тороп булмаған заманда нисек шулай килеп сыҡҡандыр? Балаларға пособие, әсәлек капиталы, үҙҙәренә пенсия ла юлламағандар... Шулай булһа ла ғаилә ике бүлмәле фатирға түләп, һәйбәт кенә донъя көтә. Ҡыҙҙары магазинда эшләй, ике ейәнсәр мәктәптә - алдынғы уҡыусылар. Тик документтары ғына юҡ. Нисек шулай булһа ла, уҡырға алғандарҙыр, ә поликлиникаға барырға тура килмәнеме икән?