Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 09:22

ИЖАДИ КЕШЕЛӘР ӨСӨН ЮЛДАР АСЫЛА

#миллипроекттар #национальныепроекты..

Стәрлетамаҡтың биш мәҙәниәт хеҙмәткәре “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә квалификацияны үҫтереүсе өҫтәмә һөнәри программалар буйынса уҡыу үткән.
3-cө балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Юхнова Надежда - “Музыка сәнғәте өлкәһендә инклюзив белем биреү” ,1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Хәбибуллина -"Балалар сәнғәт мәктәбендә сольфеджиоға уҡытыуҙың проблематикаһы һәм һөҙөмтәле ысулдары", балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары - Ольга Гребнева, Роза Зәйнутдинова, Эльза Хәйбуллина «Биҙәү-ҡулланма ижадында заманса алымдар һәм ысулдар ҡулланыу" программаһы буйынса уҡыны.
Уҡыуҙар дистанцион рәүештә Гнесиндар исемендәге Рәсәй Музыка академияһы һәм Кемерово дәүләт мәҙәниәт институты базаһында ойошторолған.
.

Загида Мусина

Читайте нас