Башҡортостан биатлоны вәкиле Эдуард Латипов миҙгел йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы рейтингында төп урынды алды.
«Александр Логинов 2018 йылдан алып тәүге тапҡыр лидерлыҡтан төшөп ҡалды», — тип белдерҙеләр Рәсәй Биатлонсылар союзының матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшыһы – Светлана Миронова.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Латипов Башҡортостандың йыйылма командаһы составында эстафетала Рәсәй чемпионаты «алтын»ын, Донъя кубогының финал этабында эҙәрлекләү ярышында «көмөш», эстафетала донъя чемпионаты «бронза»һын яуланы.
Фото: Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы.