Былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына башҡорт телендә "Нурбостан" анимацион сериал булдырылғайны. Пандемия арҡаһында йәш тамашасылар менән осрашыу БСТ каналы аша онлайн форматта ғына үтте.
- Беҙ "Нурбостан" байрамында йәнле аралашып, сериалдың тарихы һәм уның уникаль геройҙары менән танышыуҙы мөһим, тип һанайбыҙ, - тине Гөлназ Ҡолһарина.
"Нурбостан" телевизион анимацион фильмының тәүге миҙгеле 12 сериялы. Әлеге ваҡытта "Тамыр" телеканалы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә республика райондарына һәм Рәсәй төбәктәренә сығып фильмды күрһәтә. Ә "Йырлы донъя Нурбостан" байрамы 12 апрель көнө"Башҡортостан" концерт залында йәш тамашасыларын көтә.