Хәйбулла хәбәрҙәре
+22 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 04:46
"Ырғыҙ" романы буйынса спектакль ҡуйыласаҡ
..
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романын сәхнәләштерәсәктәр.
Был еңел булмаған ижади эшкә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тотонмаҡсы. Уның художество етәксеһе Мәсәлим Күлбаев үҙе сценарий ҙа яҙасаҡ һәм режиссёр-ҡуйыусы ла буласаҡ. Роман ҙур күләмле, шуға күрә спектаклдә башлыса иң мөһим ваҡиғалар күрһәтеләсәк. Йәйгеһен актёрҙар романды тағы бер уҡып сығасаҡ, ә августа сценарий әҙер була. Премьера иһә октябрҙең икенсе яртыһына планлаштырыла.
Әйткәндәй, үткән быуатта Салауат драма театрында ла "Ырғыҙ" романы буйынса спектакль ҡуйылған.
Фото: culture.ru
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"