Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 07:14

"Тыуған ил өсөн!"

..

Рәсәйҙең интеллектуаль клубтар ассоциацияһы, "Сириус" Мәскәү интеллектуаль уйындар үҙәге Бөйөк Еңеүҙең байрамы алдынан, 24 һәм 25 апрелдә, III-IV, V-VI, VII-VIII һәм IX-XI синыф уҡыусылары өсөн Мәскәүҙә "Тыуған ил өсөн!" тип аталған Дөйөм Рәсәй мәктәп интеллектуаль уйындары фестивален үткәрә.
Фестиваль программаһында иң популяр интеллектуаль команда уйындары: "Нимә? Ҡайҙа? Ни өсөн?", ”Үҙ уйының", “Эрудит-квартет", "Ворошилов уҡсыһы". Һәр командаға ҡатнашыусының айырым дипломы тапшырыла, етәкселәренә - Рәхмәт хаттары, еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар, призёр дипломдары тапшырыла. Фестивалде үткәреү ҡағиҙәһен ошонда ҡарай алаһығыҙ. https://moskvasirius.ru/za-rodinu-2021-obshherossiyskiy-festival/
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас