Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 04:33
“ТАҘА ИЛ” ПРОЕКТЫ – МИНИСТРЛЫҠ КОНТРОЛЕНДӘ
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан..
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Таҙа ил” төбәк проектына ярашлы, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдар Ғарифуллин етәкселегендә Сибай, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Благовещен һәм Дәүләкән ҡалаларында рөхсәтһеҙ асылған сүплектәрҙе ябыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә булды. Муниципаль берәмек һәм проект ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашҡан сара видеоконференция тәртибендә үтте.
Кәңәшмәлә ошо объекттарҙы рекультивациялау технологиялары һәм проект ҡарарҙары, шулай уҡ дәүләт экология экспертизаһын үтеү ғәмәлдәре буйынса фекер алыштылар.
– “Экология” милли проектында билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу министрлыҡтың эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеште тәшкил итә. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә беҙ һуңғы ваҡыттағы хәл-шарттарҙы иҫәпкә алырға тырышабыҙ, сөнки республика халҡының йәшәү сифаты ошо эштең һөҙөмтәһенә бәйле, – тине Илдар Ғарифуллин.
Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/355671/
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"