Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 05:04

ХӘТЕР БАҠСАҺЫ ЕРЕБЕҘҘЕ ҠОТҠАРЫР

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты..

Aйзиряк Ишбулатова

1941 йыл 22 июнь… Тыныс тормошто боҙоп илебеҙ сигендә тәүге бомбалар шартлай. Был көндә СССР-ға ҡаршы фашист Германияһы оҙон дүрт йылға һуҙылған дәһшәтле һуғыш башлана. Быйыл 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға - 80 йыл. Ошоға бәйле Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарараына ярашлы “Хәтер баҡсаһы” акцияһы уҙғарыла. Һәр кеше “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнаша ала. Һуғышта һәләк булған 27 миллион кешенең һәр береһе иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу ҡарала.
Башҡортостанда ағас ултыртыу апрель аҙағында күҙаллана. “Хәтер баҡсаһы” республиканың бөтә муниципаль райондарында барлыҡҡа киләсәк. Сара тураһындағы ентекле мәғлүмәт, аныҡ даталар һәм урындар акцияның садпамяти2021.рф сайтында урынлаштырыла.
Хөрмәтле яҡташтар, акциянан ситтә ҡалмағыҙ. Альтернатив алымдарҙы ҡулланыу тәҡдим ителә. Хәтер баҡсаһын төшөрөп, ғаилә ваҡиғаһына бәйләргә һәм #СадпамятиДома хештегы менән социаль селтәргә ҡуйырға йәки үҙ баҡсаңа ағас ултыртып, уны акцияның картаһында билдәләргә һәм селтәрҙәге сәхифәңдә ошо турала яҙма урынлаштырырға мөмкин.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас