Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 09:00
Дим ҡала дауаханаһындағы ковид-госпиталь ябылды
/
Башҡортостандың баш ҡалаһында 1 апрелдән Дим ҡала дауаханаһы яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған пациенттарҙы ҡабул итмәй. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо хаҡта белдерҙе.
«Хәҙер дауахана планға ярашлы эшкә күсергә әҙерләнә, — тине спикер. — Әлеге көндә республикала ковид-сирлеләр өсөн койкаларҙың дөйөм һаны – 1668, 90% тулы».
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Өфөнөң Дим ҡала дауаханаһы тәүгеләрҙән булып ковид-госпиталь йүнәлешендә эшләй башланы. Койка фондының 30% буш торғанлыҡтан, пациенттарҙы ғәҙәти режимда ҡабул итеү ойошторола.
5 апрелгә Башҡортостанда 32 881 коронавирус осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә 103 кешегә күберәк. Республикала 213 кеше – стационарҙа, 3 931-е өйҙә дауалана. Дүрт сирленең хәле ауыр.
Фото: Өфөнөң Дим дауаханаһы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1577672/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"