Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 06:31

Ил күрке - мөхәббәтле ғаилә

-

Өлгөлө ғаилә ҡороу һәр кем өсөн бәхет билдәһе, кеше тормошоноң таянысы. Бында хәстәрлекле ир-ат һәм уңған ҡатын яҡындары бер ниндәй ҡыйынлыҡтар кисермәй йәшәһен өсөн, бөтә көсөн, белемен, оҫталығын файҙалана. Улар бер фекерҙә булып, донъяһын ҡарауҙа, балаларын тәрбиәләүҙә бар сараларҙы күрә. Шундай ғаиләләр рәтенә Беренсе Мырҙа ауылында йәшәүсе Наил һәм Зимфира Ниғәмәтовтарҙы ла индерер инем.
Ниғәмәтовтарҙың матур ғаиләһе 1995 йылдың тирә-йүнгә яҙ һулышы таралған март айында барлыҡҡа килә. Уңған, ипле, мөләйем йөҙлө Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылы ҡыҙы Зимфира Таһир ҡыҙын Наил Нәбиулла улы тәү күреүҙән оҡшата. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, бер-береһен һөйгән ике йәш йөрәк сәстәрен-сәскә бәйләй. Йәштәрҙең ғаиләһенә йәм өҫтәп, мөхәбәттә емештәре – улдары Илнур донъяға килә. Артабан йорттарының ҡотон арттырып, шатлыҡ өҫтәп, сәскә кеүек ҡыҙҙары Азалия һәм Ләйсән, кинйәләре Илназ тыуа. Татыулыҡ, ихтирамлыҡ, изгелеклек, эшһөйәрлек кеүек сифаттар алға ҡуйылған ғаиләлә тәрбиәләнгән Ниғәмәтовтарҙың балалары ла ата-әсәләренән өлгө алып, тырыш, егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан булып үҫә. Әлеге көндә Илнур өйләнеп, кәләше Разалия менән Норильск ҡалаһында йәшәйҙәр, Ралина исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Азалия Өфө дәүләт нефть техник университетын, ә Ләйсән Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлап, Өфө ҡалаһында эшләп йөрөһә, Илназ Өфө мәктәбендә 5-се класта уҡый.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 27-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас