Республика клиник перинаталь үҙәгенә ауыр хәлдәге пациент килтерелгән. 24 аҙналыҡ ауыры булған ҡатындың һәм баланың ғүмеренә хәүеф янаған.
Операция яһағандан һуң ауырлығы - 520 грамм, буйы 31 сантиметрлыҡ ҡыҙ бала донъяға ауаз һалған.
41 көн үткәс, 830 грамлыҡ ҡыҙсыҡ артабан дауалау өсөн реанимациянан патология һәм етлекмәй тыуған балалар бүлексәһенә күсерелгән.
Сабый 36 көн патология бүлексәһендә ятҡан. Ә 11 аҙнанан, тыуғандан һуң 77 көн үткәс, 1,9 килограмға еткән ҡыҙ өйөнә ҡайтарылған.