Маңлайына «икеле» ҡуйылған уҡыусы тураһында бөтә илгә билдәле булды. Уҡытыусы эшенән китте.
1. Тәүҙә социаль селтәрҙә уҡытыусы һүрәт төшөрөү альбомын өйөндә онотоп ҡалдырған ҡыҙыҡайҙың маңлайына ручка менән «икеле» ҡуйған тигән хәбәр таралды. Класташтары ҡыҙыҡ күреп, көлә башлаған. Өйөнә ҡайтҡас, ҡыҙ был хаҡта әсәһенә һөйләгән, тәртип һаҡсылары саҡырылған.
Әлеге версия Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының рәсми комментарийҙары менән тап килә.
2. Икенсе көндө мәктәп директоры бер нисә баҫмаға, шул иҫәптән «Башинформ»ға түбәндәгеләрҙе һөйләне.
«Уҡыусының маңлайында «икеле» юҡ ине. Ул ручка менән һауаға яҙған. Шунан уҡытыусы ҡыҙға бәҙрәфкә барып, көҙгөгә ҡарарға ҡушҡан. Бала маңлайын еүешләп ингән. Уҡытыусы аптырап: «Битеңде йыуҙыңмы ни?», - тип һораған. Маңлайыңда бер ниндәй ҙә яҙыу юҡ ине бит, тигән уҡыусылар.
3. Сығанаҡ «Башинформ»ға өсөнсө вариантты һөйләне.
Уҡытыусы тәртип боҙған ҡыҙыҡайҙы үҙенә саҡырып алған. Ручканың ҡыҙыл пастаһы бөткәнен белә тороп, шуның менән уҡыусының маңлайына һыҙған, ләкин ҡайһы яғы менән икәне аныҡланмай. Йәнәһе, икеле ҡуйырға тырышам, хатта ручка ла яҙмай тип әйткән.
Хәҙер тәфтиш алды тикшереүе һөҙөмтәләрен көтөргә генә ҡала.