Һалҡын тейгәндә ниндәй хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк? Ауырып китһәк тә, беҙ бит сирҙе аяҡ өҫтөндә үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Хәл юҡ, йылыла ғына бөркәнеп ятырға ине лә бит... Юҡ, беҙгә эшкә ашығырға кәрәк. Һалҡын тейеүҙе ваҡытында һәм дөрөҫ дауалай башлағанда ике көндә һауығырға мөмкин, тип иҫәпләй табиптар. Әгәр ҙә сирҙе аяғөҫтө үткәреп ебәрергә уйлайһығыҙ икән, оҙаҡ ауыраясаҡһығыҙ, өҫтәүенә юғары температура һәм өҙлөгөүҙәрҙән йонсоясаҡһығыҙ.
Икенсе хата - дарыуҙарҙы ҡуллана белмәү. Сирҙән ҡотолоу өсөн ҡулға эләккән бөтә дарыуҙарҙы эсергә әҙербеҙ. Әгәр кеше ике дарыуҙы бер юлы ҡулланһа, уларҙың үҙ-ара кире тәьҫире 10 процентҡа, өс дарыуҙы эскәндә 50 процентҡа артыуы билдәле. Рекламаларға иғтибар итмәгеҙ, күп препараттар сирҙе дауаламай, ә уның ҡайһы бер билдәләрен генә бөтөрә. Ни тиклем аҙыраҡ дарыу ҡулланаһығыҙ, дауа шул тиклем хәүефһеҙерәк һәм арзаныраҡ. Табип менән кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ, үҙ белдегең менән дауаланыу һәр ваҡытта ла яҡшыға килтермәй.
Ә һеҙ дарыуҙарҙың инструкцияһын ентекләп уҡыйһығыҙмы? Препараттың кире тәьҫирен белмәү, дозаны күҙәтмәү арҡаһында сәләмәтлеккә зыян килтереүегеҙ бар, тәнгә сабыртмалар сығыуы, тиренең түҙеп торғоһоҙ ҡысытыуы ихтимал. Астматиктарға аспирин һәм анальгин ҡулланырға ярамағанын иҫтә тотоғоҙ, уларҙың бронхтарҙа спазм барлыҡҡа килтереүе мөмкин, тип иҫкәртә табиптар. Ә бауыры сирлеләргә парацетамол эсергә кәңәш ителмәй. Антибиотиктарҙы бары табип ҡына тәғәйенләй ала! Был алтын ҡағиҙәне тотмау сәләмәтлекте ҡаҡшатыуы ғына мөмкин.