Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 07:53

Яҡташыбыҙ «Пусть говорят» шоуында 14 йыл элек үлгән тип иҫәпләнгән әсәһе менән осрашҡан

-

Анастасия Екфарова 2009 йылдан, әсәһе Наталья Акимованы ерләгәндән һуң, үҙен етем тип иҫәпләгән. Ошо хәлдән һуң ҡыҙ балалар йортона тапшырылған, ә һеңлеһен бер ғаилә тәрбиәгә алған.

«2007 йылда ул дауаланырға тип Өфөгә киткәйне. Ике-өс ай үткәс, беҙгә полиция хеҙмәткәре килде һәм «әсәйегеҙҙе таптыҡ», тине. Уны ерләгәндә бер күҙ йәшем дә сыҡманы, сөнки ул тип уйламаным. Ерләгәндән һуң өс йыл рәттән туҡталышта әсәйемдең ҡайтҡанын көттөм. Уның иҫән икәнен күңелем менән һиҙә инем», — тине Анастасия.

Программала эксгумация процедураһы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Ҡәберҙә икенсе ҡатындың мәйете ятҡан. Ә Натальяны Өфөнөң реабилитация үҙәгендә тапҡандар. Уның закон менән проблемалары булған һәм ул үҙен эҙләүҙәрен белеп ҡалған. Ҡатын әйтеүенсә, ул да ҡыҙҙарын эҙләгән, ләкин таба алмаған.

❗ Акимова һүҙҙәренсә, 14 йыл элек Өфөлә уны машина бәрҙергән. Ҡатын башы менән һуғылған булған һәм хәтерен юғалтҡан. Ярты йыл дауаханала ятҡан. Яңынан атларға һәм һөйләшергә өйрәнгән.

«Исемемде, йәшемде һоранылар. «Место встречи изменить нельзя» фильмын ҡарағас, бөтәһен дә иҫемә төшөрҙөм. Унда машина ауғас, мин дә ниндәйҙер тетрәнеү кисерҙем. Хәҙер ҡарт көнөмдә бер стакан һыу биреүсе булыр, исмаһам. Улар мине ғәфү итерме, юҡмы, белмәйем», — тине Акимова.

???? ДНК һөҙөмтәләре буйынса Наталья Анастасияның әсәһе булып сыҡты. Акимова туғандарынан ғәфү үтенде.

Сығанаҡ: МКСет.
Башкортостаным/яңылыҡтар
Читайте нас