Республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгендә халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Билдәле булыуынса, колл-үҙәк былтыр 16 ноябрҙә медицина ойошмаларына ярҙам итеү маҡсатында ойошторолғайны. Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан үҙәктә операторҙар ярты йыл эсендә 62 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итте. Март айында һорауҙарҙың күбеһе вакцинация темаһына ҡағылды. Үҙәк белгестәре йыш осраған һорауҙарға яуап бирҙе.
Вакцинацияға нисек яҙылырға?
Ғинуар айынан башлап үҙәк (347) 218-19-19 телефоны буйынса прививкаға яҙылыуҙы ойошторҙо. Март айында ғына 838 кеше вакцинация эшләтергә теләк белдергән. Ике аҙнаға алдан яҙылыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, йәшәү урыны буйынса поликлиникала, “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында яҙылырға була. Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә 134 вакцинациялау стационар пункты эшләй. Өҫтәүенә Өфөлә, Стәрлетамаҡта мобиль пункттарҙа тиҙ һәм сиратһыҙ прививка яһатыу мөмкинлеге бар – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Мега”, “Планета”, "Башҡортостан", “СитиМолл” сауҙа үҙәктәрендә.
Мобиль пункттарҙа вакцина яһатыу хәүефле түгелме?
Мобиль пункттар аныҡ поликлиникаға беркетелгән. Бөтә санитария-гигиена ҡағиҙәләре, препараттарҙы һаҡлау тәртибе яҡшы күҙәтелә. Прививка алдынан пациентты мотлаҡ рәүештә ҡарап, термометрия үткәрәләр, “ПроМед” системаһы аша хроник сирҙәрҙең булыу-булмауын тикшерәләр.
Ни өсөн вакцинаны өйҙә яһатыу хәүефле?
Беренсенән, вакцинаға аллергия реакцияһы тыуыуы мөмкин. Икенсенән, уны йорт шарттарында һаҡлау мөмкин түгел. Медицина ойошмаларында махсус һыуытҡыстарҙа, 20 градус һыуыҡлыҡта тотола.
Ҡайһы осраҡтарҙа вакцина яһатырға ярамай?
Бары аллергия реакцияһы ғына төп ҡаршылыҡ булып тора. Гипертония, шәкәр диабеты, үпкә сирҙәре, шунтлау һәм стентлау операциялары, онкология вакцинациялау өсөн ҡаршылыҡ түгел.
Икенсе вакцинаны яһатыуҙы кисектереп буламы?
Инструкция буйынса, беренсе һәм икенсе прививка араһындағы ваҡытлыса интервал 21 көн тәшкил итә. Иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн тап шул тиклем ваҡыт талап ителә. Срогынан алда икенсе инъекцияны алырға ярамай. Әммә ҡайһы саҡта медицина күрһәтмәһе буйынса һуңыраҡ алырға мөмкин, тик ул 42 көндән дә һуңыраҡ үткәрелә алмай.
Вакцинациялауҙы башҡа төбәктә дауам итергә мөмкинме?
Был осраҡта пациентҡа икенсе этап өсөн вакцинациялау кәрәклеге тураһында район дауаханаһынан заявка алыу талап ителә. Был осраҡта ҡатмарлыҡтар юҡ, бары инъекциялар араһындағы ваҡытты күҙәтеү мөһим. Вахтасыларға прививканың ике компонентын да бер урында алыу өсөн графиктарын алдан планлаштырыуҙарын һорайбыҙ.
Вакцинациялау ваҡытында алкоголле эсемлектәр ҡулланырға, ауырыу кешеләр менән ҡатнашырға ярамай. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, коронавирусҡа иммунитет тәүге инъекциянан һуң 42-се көнгә формалаша. Вакцина, кеше вирус менән осрашҡан хәлдә лә, уны еңел үткәреүгә иҫәпләнгән.
Һорауҙарға яуапты Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эксперттары - медицина фәндәре кандидаты Лилиә Дауытова һәм табип Нәргизә Лушникова ҡайтарҙы.