«Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре ай дауамында эштәрҙе йәки хеҙмәттәрҙе үтәү ваҡытын боҙған осраҡта ҡулланыусының хоҡуҡтары тураһында һөйләй», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Бынан тыш, судҡа тиклем дәғүә төҙөгәндә ҡатмарлыҡтар килеп тыуһа, ҡулланыусылар Өфө, Цюрупа урамы, 13 адресы буйынса Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин.