Табиптар балаларҙы алдан яҙылыу буйынса ҡабул итте. Өлкәндәргә онколог консультация үткәрҙе. Бер көн эсендә йәмғеһе 124 пациент ҡабул ителде, уларҙың дүрт тиҫтәнән ашыуына маммограф тикшереүе үткәрелде. Бынан тыш, биләмәлә «Ғаилә» үҙәге психологтары эшләне. Проект авторы билдәләүенсә, төп маҡсат - ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҫешенә булышлыҡ иткән майҙансыҡ булдырыу. Форумдың икенсе өлөшө «Изге эштәр ваҡыты» акцияһына бағышланды. Каринэ Хәбирова Борай районының Шабай балалар йорто эшмәкәрлеге менән танышты, тәрбиәләнеүселәр менән осрашып уларға бүләктәр тапшырҙы.
"Гүзәл заттар менән көтөп алынған һәм ҡыуаныслы осрашыу үтте. Борайҙар бик әүҙем, уларға кәрәкле һәм файҙалы майҙансыҡтар ойошторғанбыҙҙыр тип ышанабыҙ", -ти