Башҡортостанда 1 апрелдән 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция тәртибе ғәмәлдән сығарыла. Был хаҡта «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы хәбәр итте. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указының яңы редакцияһы әлегә рәсми баҫылып сыҡмаған.