Күмертау ҡалаһының 5-се мәктәбендә уҡытыусы һәм беренсе класс уҡыусыһы араһында күңелһеҙ инцидент килеп сыҡҡан. Уҡытыусы дәрестә һөйләшеп ултырған ҡыҙыҡайға үҙенсәлекле һабаҡ биргән: уның маңлайына "икеле" билдәһе ҡуйған. Ул ручка менән төшөрөлгән. Класташтары ҡыҙҙы яҡламаған, ә был хәлдән көлөргә тотонған. Дәрестән һуң уҡыусы яҙыуҙы юйған.
"Башинформ" агентлығы хәбәрсеһе мәктәптең директоры менән хәлде асыҡлау маҡсатында бәйләнешкә сыҡҡан. Белем усағы етәксеһе Ольга Оспищева белдереүенсә, бөгөн улар баланың әсәһе менән осрашырға тейеш. Хәл аңлайышһыҙ, шуға асыҡлыҡ индермәйенсә, әлегә бер нимә лә әйтеп булмай.
Уҡытыусы барыһын да кире ҡаға. Әгәр ҙә уның ғәйебе иҫбатланһа, уҡытыусыға эштән китергә тура килер, моғайын. Ул әле үҙенең эшен дауам итә, мәктәптә 1991 йылдан эшләй, тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлана.
Был хәлде прокуратура тикшерә башлаған. Ваҡиғаны артабан да күҙәтеп барасаҡбыҙ.