Яңылыҡтар
31 Март 2021, 11:50

Мәләүездә фажиғә булды

-

Кисә кис Мәләүез районында Смаҡ – Йомағужа – Воскресенск автомобиль юлының 20-се саҡрымында булған аварияла бер кеше һәләк булды.
Башҡортостан ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Nissan Almera” автомобиле рулендә булған 33 йәшлек ир юлдың ситенән ҡаршыға килгән 52 йәшлек ирҙе тапатҡан. Йәйәүле алған йәрәхәттән урында йән биргән. Әле был хәл буйынса тикшереү бара.
Дөйөм алғанда, уҙған тәүлектә республика юлдарында бөтәһе ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше зыян күргән һәм бер кеше һәләк булған.
Рулгә ултырған һәр бер водитель һәм йәйәүле автомобилдең хәрәкәт сараһы ғына түгел, ә хәүеф сығанағы булғанын да онотмаһын ине.
Фото: БР ЮХХДИ.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас