Яңылыҡтар
31 Марта 2021, 05:56

Өфөлә иҫерек ҡатын этен 10-сы ҡаттан ырғытҡан

-

Йәнлектәрҙе яҡлаусылар белдереүенсә, был хәл 27 мартта Ғөбәйҙуллин урамындағы йортта булған.

«Эт урында үлгән. Ваҡиға шаһиттары шунда уҡ полиция саҡыртҡан, ләкин ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә ишек асмаған», — тип хәбәр итте йәнлектәрҙе яҡлаусылар. Икенсе көндө лә шундай уҡ хәл ҡабатланған.

Ҡатындың исеменә полицияға бер нисә ғариза килгән.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Читайте нас