Депутаттар Белорет районындағы Ирәкташҡа илткән юлдағы ағастар ҡырҡылғандан һуң ошондай ҡарарға килгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унда «Өфө фанера комбинаты» өсөн 13 гектарға яҡын ерҙә ағастар ауҙарылды. Билдәле булыуынса, биләмә ҡуртымға 2016 йылдың апрелендә үк бирелгән.