Яңылыҡтар
30 Март 2021, 09:48

Бүрәттәр башҡорт атына күҙ һалған

-

Иглин районының Оло Тәләк ауылы фермеры Хәсән Иҙиәтуллиндың фермаһын Бүрәт Республикаһының йылҡы заводы эшселәре килеп ҡараны. Ҡунаҡтарҙы мең аттан торған "Бүрәттәр" геоглифы ҡаршы алды. Хәтерегеҙҙә булһа, бындай акцияны фермер Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында ла ойошторғайны.
Яҡташыбыҙ килгән ҡунаҡтар менән эш тәжрибәһен уртаҡлашты, шулай уҡ селекция өлкәһендәге бәйләнеш мөмкинлектәре тураһындағы һорауҙы ла тикшерҙеләр.
Хәсән Сәғитйән улы 35 йылдан ашыу инде башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнә. Әле уның хужалығында меңдән ашыу ат бар. Бүрәт "Бульдурга" йылҡы заводы етәксеһе Булат Будажанаев беҙҙең аттарҙың сыҙамлы, көслө булыуҙары менән айырылып тороуын билдәләне.
Фото:Иглин районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас