Яңылыҡтар
30 Марта 2021, 09:41

20 йәшлек яҡташыбыҙ «Мисс Экология 2021» матурлыҡ конкурсы тажы өсөн көрәшә

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Благовар районы Языков ауылынан 20 йәшлек ҡыҙ «Мисс Экология 2021» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Әлиә Ураҙмәтова Мысырҙа тәүге һынауға әҙерләнә.
«Ул ике йәшенән бейергә яратты, нәҙек кенә ҡулдарын ҡанат кеүек елпеп бейегәнгә лә беҙ уны «ҡошсоғобоҙ» тип йөрөттөк», — тип һөйләне Әлиәнең өләсәһе Венера Асаева «Етегән» баҫмаһына.
Әлиә тыуған ауылындағы мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингән. Ҡыҙ әле лә бейеүҙән айырылмай, модель мәктәбендә шөғөлләнә. Әлиә Ураҙмәтованың «Мисс грация», «Мисс Эко Башҡортостан 2021» тигән исемдәре бар.