Яңылыҡтар
29 Март 2021, 04:05

Йәш көрәшсе аңына килә алманы

-

Бөгөн бик ауыр яңылыҡ билдәле булды: Өфөлә ике ай буйы комала ятҡан йәш спортсы малайҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Бәхетһеҙ осраҡ быйыл ғинуарҙың һуңғы көндәрендә Баҡалы ауылындағы спорт мәктәбендә булғайны. 13 йәшлек спортсы малай көрәшкән саҡта арҡаһына йығыла һәм ауыртыныу тойоп, иҫен юя. Тәүҙә Ефимды Баҡалы районы дауаханаһында дауалайҙар, Рошаль исемендәге Балалар хирургияһы һәм травматология ғилми-тикшеренеү институты табиптарынан даими консультация алалар. Март башында малайҙы Өфө ҡалаһындағы Республика балалар клиник дауаханаһына күсерәләр.
Ата-әсә мөғжизәгә ышанһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫмер 23 мартта вафат булған. 26-һы уны тыуған ауылында ерләгәндәр. Ефим шул йығылған көнөнән аңына килмәгән.
"Улымдың йөрәге көсөргәнеште күтәрә алманы. Үлгәндән һуң уны ярып ҡарағас, эксперттар иҫән ҡалыуына мөмкинлек булмауы тураһында әйтте. Арҡа менән баш мейеһе араһы өҙөлгән... Ҡайҙа ғына алып барһаҡ та, бер нәмә лә эшләп булмаҫ ине..." - тигән малайҙың әсәһе, рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә.
Был осраҡты тәфтишселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре тикшерә. Тәүҙә уның йығылыуы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылһа, хәҙер, бала үлгәс, уны “Яңылышлыҡ буйынса үлемгә килтергән сифатһыҙ хеҙмәт күрһәтеү” статьяһына әйләндерә алалар.
Мәрхүмдең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас