Яңылыҡтар
29 Март 2021, 06:37

СОЦИАЛЬ ПЕНСИЯЛАР 1 АПРЕЛДӘН АРТА

-

Рәсәйҙә 1 апрелдән социаль пенсиялар индексациялана. Йыллыҡ үҫеш 3,4% кимәлендә планлаштырылған. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, РФ хөкүмәте сайтындағы мәғлүмәттә “Индексация күләме пенсионерҙың алдағы ике йылда булған йәшәү минимумы дәүмәленән сығып иҫәпләнә. Уны үткәргәндән һуң социаль пенсияның уртаса күләме 10183 һум тәшкил итәсәк”, – тиелә.
Был маҡсатта Рәсәй Пенсия фонды бюджетында 12,8 млрд һум ҡаралған. 3,9 млн кешенең социаль пенсияһы индексацияланасаҡ.
Билдәле булыуынса, страховка пенсияһы тәғәйенләү өсөн етерлек раҫланған стажы булмаған кешеләр социаль пенсия алыусылар булып тора. Шулай уҡ бындай түләмдәр инвалидлығы булғандарға һәм ҡараусыһын юғалтыусыларға ла тәғәйенләнә.
Фото: “Башинформ”.
Автор:Юлай Мырҙабаев.
Читайте нас