Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
29 Март 2021, 05:01
ҺӘР КЕМ КҮҢЕЛЕНӘ ЯТҠАН ШӨҒӨЛ ТАБЫР”
.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылындағы модель китапхана былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы 2021 йылда модель муниципаль китапханалар төҙөүгә Рәсәй төбәктәрен һайлап алыу конкурсында еңеп сыҡҡайны.
Әле яңы быуын китапханаһын асыуға әүҙем әҙерлек бара. Компьютер ҡорамалдары, көнкүреш техникаһы, йомшаҡ йыһаз, Брайль шрифы менән китаптар, гусеницалы күтәргес, магнитлы-маркерлы таҡталар, реклама-роллер стенды, йомшаҡ уйынсыҡтар һәм башҡалар һатып алынған.
“Конкурста еңеп сығыу өсөн үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы командаһы тарафынан ҙур эш башҡарылды, әммә алда бик күп бурыстар тора. Уларҙы беҙ мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Иң мөһиме – тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһендә Наумовка китапханаһы ирекле ижад, үҫеш, яңы белем һәм киң мөмкинлектәр, хыялдар һәм идеялар тормошҡа ашҡан биләмәгә әүерелә. Ауылдың һәр кешеһе бында үҙенә урын һәм күңеленә ятҡан шөғөл табасаҡ, белемен камиллаштырасаҡ. Китапхана райондың һәм ауылдың мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә”, – ти Стәрлетамаҡ районының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Т.В. Афанасьева.
Фото:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"