Яңылыҡтар
29 Март 2021, 06:34

ПУТИН КОРОНАВИРУСҠА БӘЙЛЕ СИКЛӘҮҘӘР ЙӘЙ АҘАҒЫНА БӨТӨРӨЛӨҮЕ ИХТИМАЛЛЫҒЫН БЕЛДЕРҘЕ

-

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коронавирус арҡаһында индерелгән сикләүҙәр быйыл йәй аҙағына бөтөрөлөүе ихтимал, тип хәбәр итте bash.news. Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путин белдергән.
Карантин саралары Рәсәйҙә халыҡты вакцинациялау ошо хәҙерге темпта дауам иткән осраҡта ғәмәлдән сығарылыуы ихтимал. Ил етәксеһе фекеренсә, йылы миҙгел башланыуға Рәсәй халҡында коллектив иммунитет барлыҡҡа килеүе мөмкин. Бының өсөн илдәге өлкән кешеләрҙең 70 %-ы тирәһе привика яһатырға тейеш.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 117 меңдән артыҡ кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 81 меңгә яҡын кеше икенсегә прививка яһатҡан.
#Путин
Автор: Юлай Мырҙабаева.
Читайте нас