Башҡорт диалекттарында йыш ҡына бер һүҙ төрлө һөйләштәрҙә төрлөсә мәғәнә төшөнсәһе булараҡ ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡойо – Ғафуриҙа ҡоҙоҡ һүҙен алмаштырһа, Хәйбуллала ул бысраҡ, батҡаҡ мәғәнәһендә.
Бер заман Ғафури егетенең Хәйбулла ҡыҙына күҙе төшә. Өйләнер өсөн, буласаҡ кәләштең туғандары менән һөйләшергә һөйгәненең тыуған яғына юлланалар. Тегеләре ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Туғанлашырға тип алыҫтан килгән ҡунаҡтарҙы әйҙүкләп өҫтәл артына ултыртып ҡуялар. Һөйләшеү туй көнөн билдәләүгә барып етте тигәндә, кейәү егетенең ағаһы эште боҙа яҙа. Оҙаҡ юлдан һыуһап килгән кеше бер нисә сынаяҡты түңкәргәс, хужабикәнең сәйен маҡтап: “Ҡойоғоҙҙоң һыуы тәмле икән”, – тип әйтеп һала.
Беренсе тапҡыр әйткәнендә хужалар ишетмәмешкә һалыша. Тик тартай теленән таба тигәндәй, был өҙмәй ҙә ҡуймай бит. Бер нисә тапҡыр үҙенең адресына ҡарата был “комплимент”ты ишеткәс, хужабикәнең йәне көйөп китә. “Ҡыҙ алырға килдегеҙме, әллә аш-һыуыбыҙҙы яманларғамы?” – тип һорай, берсә асыуланып, берсә аптырап.
Һүҙ тағы ла ҡуйыра төшөр ине, ярай ҙа бер-береһенең һөйләштәрен аңлай башлаған егет менән ҡыҙ хәлде аңлатып бирәләр.