Яңылыҡтар
29 Марта 2021, 05:50

Күпме кеше фәҡирлек сигендә?

..

Республикала фәҡирлек сигендә йәшәгән халыҡтың өлөшөн атанылар. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда аҡсалата килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк халыҡтың өлөшө 2019 йылда 12,1% — 491, 9 мең кеше тәшкил иткән. 2019 йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумы 9 222 һумға тиң булған. Бөгөн йәшәү минимумы – 10 015 һум.
Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, дөйөм алғанда, Рәсәйҙә халыҡтың ярлы өлөшө (килеме йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк) 12,3% йәки 18,1 миллион кеше тәшкил итә.
Бынан алда 2021 йылдан йәшәү минимумының элекке кеүек кварталға түгел, ә бер йылға билдәләнеүе тураһында хәбәр ителгәйне.
Йәшәү минимумы социаль контракт, өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ пособие, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр кеүек дәүләт ярҙамын күрһәткәндә граждандарҙың мохтажлығын баһалау өсөн ҡулланыла.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөтәһе 4,016 миллиондан ашыу кеше йәшәй.
фото: интернет киңлегенән
https://vk.com/club188461041
Читайте нас