Яңылыҡтар
29 Март 2021, 05:00

КҮНЕКМӘЛӘР ҺӨҘӨМТӘЛЕ БУЛҺЫН ӨСӨН

.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәшеү” төбәк проектына ярашлы, Күмертау ҡала һәм Туймазы район дауаханаларына кинезотерапия өсөн ике өҫтәл ҡайтарылған. Уларҙың дөйөм хаҡы 300 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Кинезотерапия – реабилитацияның һөҙөмтәле ысулы, уның төп үҙенсәлеге – хәрәкәт күнекмәләре яһауға булышлыҡ итеү.
- Табип-кинезотерапевтың төп ҡоралы – физиотерапевтик өҫтәл. Уның конструкцияһы массаж һәм махсус күнекмәләр өсөн ҡулайлаштырылған, табип уларҙы пациент менән бергә яһай. Өҫтәлдәрҙе эшләгәндә уңайлылыҡҡа ғына баҫым яһалмай, ә табип-кинезотерапевт пациенттың кәүҙәһе менән һөҙөмтәле манипуляциялар эшләүенә һәм уның аныҡ терапевтик хәрәкәттәр яһауына ла иғтибар ителә, - ти белгестәр.
Кинезотерапия өҫтәлдәре һәр йәһәттән уңайлы итеп эшләнгән, күнекмәләр ваҡытында табиптың пациент янында тороуын һәм процеста ҡатнашыуын тәьмин итә. Өҫтәл конструкцияһы юғары ныҡлыҡ, тотороҡлолоҡ менән айырыла.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас