Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
29 Март 2021, 05:31
"Ер сәғәте" акцияһына ҡушыл!
..
Планетаның киләсәгенә битараф түгелһеңме? Улайһа, "Ер сәғәте" акцияһына ҡушыл. Был киң күләмле экологик сара тәбиғәтебеҙгә, планетабыҙҙың ресурстарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.
Был акцияға ҡушылып, 180 илдән миллионлаған кеше теүәл 1 сәғәткә электр утын һүндерә. 27 март көндө Башҡортостан халҡы урындағы ваҡыт менән 20.30 сәғәттә акцияға ҡушыла ала. Өфөнөң күп төп биналарында һәм ҡоролмаларҙа ла 1 сәғәткә яҡтылыҡ һүндереп тороласаҡ.
Был сараға арнап төрлө экологик, мәҙәни һәм спорт саралары ла уҙғарыла. Был көндө Өфөләге "Ҡунаҡһарай" алдында "Ер сәғәте"нә уҙыш сараһы ойоштороласаҡ. Тик килгәндә үҙегеҙ менән фонарик алып килергә онотмағыҙ!
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"