Яңылыҡтар
29 Март 2021, 04:19

Дәүләт Думаһында Рәсәй президентын кәмһеткән өсөн язаны ҡәтғиләштерергә саҡырҙылар

-

Дәүләт Думаһының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе Леонид Слуцкий һүҙҙәренсә, президентты кәмһеткәндәр өсөн язаны көсәйтергә кәрәк.

«Президент илде, барыбыҙҙы ла яҡлай. Шуға күрә беҙҙең ҡануниәт дәүләт башлығын ошондай кәмһетеүҙәрҙән нығыраҡ яҡларға тейеш», – тип белдерҙе ул.

Хәҙер президентты кәмһетеү Рәсәй Енәйәт кодексының 319-сы статьяһына ҡарай, 40 мең һумға тиклем штраф һалыуҙы йәки 360 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәрҙе йә иһә бер йылға ҡәҙәр холоҡ төҙәтеү эштәрен күҙ уңында тота.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар
Читайте нас