Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
29 Марта 2021, 04:15
АУЫЛ ПЕНСИОНЕРҘАРЫ КОМПЬЮТЕР СЕРҘӘРЕН ӨЙРӘНӘ
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты
Нуриман районының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында оло йәштәгеләр өсөн “Компьютер оҫталығы мәктәбе” ойошторолған. Был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға тулыһынса яуап бирә,
тип хәбәр итә "Башҡортостан".
Әлеге ваҡытта “Компьютер оҫталығы мәктәбе”нә Павловка һәм Иҫке Күл ауылдары ололары йөрөй. Дәрестәр ваҡытында пенсионерҙар компьютерҙа эшләү алымдарын бик теләп үҙләштерә, сөнки бөгөнгө тормошобоҙҙо заман техникаһынан, интернеттан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай.
Павловка ауылы китапханаһының баш китапханасыһы Зөһрә Маликова билдәләүенсә, дәрестәргә йөрөгән ололарҙың тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы артыуы асыҡ күренә. “Кемдәрҙер текстар баҫырға, таблицалар төҙөргә, төрлө программаларҙы үҙләштерергә теләй, икенселәргә социаль селтәрҙәрҙә аралашыу, төрлө музыка тыңлау, кино ҡарау оҡшай”, - ти китапханасы.
Уҡыу аҙнаһына бер тапҡыр ойошторола һәм тулыһынса бушлай. Курстарға теләге булған оло йәштәге һәр кем йөрөй ала.
“Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Алған белемебеҙ мотлаҡ кәрәк буласаҡ әле. Беҙ заман менән бергә атларға, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ менән бер кимәлдә булмаһа ла, уларҙан ҡалышмай аралашырға теләйбеҙ”, - ти курстарға йөрөгән ололар.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: Нуриман районы хакимиәте.
Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"