Их... Теге ваҡытта шул тиклем еңмеш булмаһам, бөгөнгө ғүмерем үкенестәрҙән тормаҫ ине. Имеш, яратам, унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул берҙән-берем, донъяла иң сибәре, иң аҡыллыһы... Башҡа берәүҙе лә уның кеүек ярата алмаясаҡмын, һәм был мөмкин дә түгел, бары ул ғына мине бәхетле итәсәк. Атайым да, әсәйем дә әйтмәне түгел, әйтте. Ә мин уларҙы ишетергә лә телмәнем. Шуға ла хаталарымда бер кемде лә ғәйепләй алмайым. Ни өсөндөр йәш саҡта атай-әсәй фекере менән иҫәпләшеп бармайһың һәр ваҡыт үҙеңде хаҡлы тип уйлайһың. Йылдар үтеп, тормош хаталарыңды аңларға мәжбүр иткәс кенә иҫеңә төшә лә һуң, әммә боронғолар әйтмешләй, терһәкте тешләп булмай. Беҙҙең мөхәббәт көтөлмәгәндә башланды. Инстиуттың һуңғы курсында уҡыйым инем. Шулай бер көндө ауылға ҡайтырға булдым да юл сатына сығып баҫтым. Бына бер машина килеп туҡтаны. Бәхетебеҙгә күрә, ул беҙҙең районға бара ине. Рулдә йәш кенә башҡорт егете. Һүҙгә әүәҫ, алсаҡ булып сыҡты ул. Бер заводта инженер булып эшләй икән. Ул мине ауылға тиклем килтереп ҡуйҙы, хушлашҡанда телефонымды алды. Шуныһы ғәжәп, бығаса бары уҡыу менән мауығып, егеттәргә бер ҙә иғтибар итмәгән булһам, Урал үҙен Урал тип таныштырған бер нисә сәғәт эсендә бөтөнләй күңелемде биләп алды. Бер күреүҙән ғашиҡ булыу тигәндәре ошомо икән тип уйланым.
Өфөлә Урал осрашыуға саҡырғас, донъяла минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Уның менән ер ситенә лә китергә ризы һымаҡ тоям инем... Әсәйемә кейәүгә сығасағамды әйткәс, уның атай-әсәһе менән ҡыҙыҡһына башланы. Минең яуабымдан һуң уны төҫө ҡасты:
Урал тип әйтәһеңме? – ти ҡабатлап һораны. Эйе! Ә нимә булған? Беләһеңме әллә? Ни эшләп белмәй ти! Бер туған ағайымдың улы! Баҡтиһәң, Урал әсәйемдең бер туған ағаһының улы булып сыға. Әсәйем йәш сағында еңгәһе менән нимәгәлер асыуланышҡан да һуңынан аралашмағандар. Бер аҙҙан ағаһы үлгәс, аралары бөтөнләй өҙөлгән.
Үкенескә ҡаршы, эш өгөтләүҙән, кире һүреүҙән уҙғайны. Минең йөрәк төбөндә өс айлыҡ сабыйым тибешә. Ул көндө әсәйем, бынан һуң кеше күҙенә нисек күренмәк кәрәк, ғәрлеге ни тора, ике туғаның менән ҡоҙалаш әле, – тип үкереп-үкереп иланы.
Бер уйлаһаң, әсәймедең үҙендә лә ғәйеп булған. Ҡырыҫ холҡло ине, туғандары менән аралашманы тиерлек. Бер-береһе менән аралашып, ҡатышып йәшәһәләр, улар беҙгә килеп йөрөһә, ундай хәл килеп тә тыумаған булыр ине...
Туйыбыҙ бик күңелле үтте тип әйтә алмайым. Беҙҙең был аҙымды хупламаған туғандарыбыҙ күп булды, шуға ла ҡайһылары төрлө сабып табып килмәҫкә тырышты.
Дауаханла беҙгә балағыҙҙы ҡалдырыу мөмкинлеген барлығын әйттеләр. Ә мин йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымдың ҡалдырып китеүҙе күҙ алдына ла килтерә алманым. Нисек инде балам ҡайҙалыр тилмереп йәшәй. Үҙемдең йөрәк киҫәге бит ул. Йылмайып ҡарауы Бер көндө ул:
- Беҙ артабан бергә була алмайбыҙ.Минең һау-сәләмәт балалар үҫтерәһем килә, - тигәс, бер килке телһеҙ ҡалдым. Беренсенән, уның шул тиклем еңел уйлауына, ауырыу баланы миңә ҡалдырыуына иҫем китте Үҙ-үҙемде белмәй:“Ошо булдымы яратыуың, ошо булдыңмы мәңге бергә булырбыҙ”, - тигән һүҙҙәрең тип үкеһәм дә, ҡасан да был хәл буласағын аңлап, яҙмышыма күндем.
Юҡ, мин бер кемде лә ғәйепләмәйеүҙембирдең хатам. Шуға ла йәштәрҙең ғаилә ҡорор алдынан ныҡлап уйлауын кәңәш итер инем. Уйламай, еңел-елпе эшләгән аҙым һинең ғүмерлек юлыңа бығау булыуы бар. Йәшлек тә, ғүмер ҙә бер генә бирелә, сөнки ҡасандыр ебәргән хаталарың өсөн барыбер бер заман үкенергә һәм түләргә тура киләсәк.