Яңылыҡтар
29 Март 2021, 09:46

12 градусҡаса йылыта!

-

Башҡортостаныбыҙға шаулап-гөрләп яҙ килде! Әлегә төндәрен -5...-10 градусҡаса һыуытып туңдырһа ла, көндөҙгө ҡояш нурҙары аҫтында ер яйлап ҡарҙан әрселә, йылы яҡтан ҡоштар ҡайта, йылға-күлдәр боҙҙан әрселергә әҙерләнә.
Бөгөн, 29 мартта, республика биләмәһендә +2...+7 градус йылы буласаҡ, ә таулы райондарҙа +12 градусҡаса йылыта. Аҙна аҙағына бөтә төбәктәрҙә көндөҙгө һауа температураһы уртаса алғанда +8...+10 тәшкил итәсәк.
1 апрелдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, ә дөйөм алғанда, был аҙнала яҙ беҙҙе аяҙ, йылы көндәр менән ҡыуандырмаҡсы.
Фото: liveinternet.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас