Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 07:04
Юлда һуғыш ҡупҡан...
-
Ҡариҙел районында ойошторолған рейд ваҡытында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер автомобилде туҡтата. Улар водитель менән һөйләшкән арала автомобилдәге пассажир юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары менән конфликтҡа инә һәм береһенә һуға.
Шаһиттар был хәлде видеоға төшөрә. Видеояҙманан күренеүенсә, пассажир менән полиция формаһындағы ир кеше юл сатында һуғыша башлай. Бер йәш ир менән оло йәштәге кеше уларҙы айырырға маташа, тик был тырышлыҡ уңышһыҙ тамамлана. Шулай ҙа айҡаша торғас, ЮХХДИ хеҙмәткәре янъялсыға ҡул бығауы кейҙерергә өлгәшә.
Иҫерек иргә ҡарата протокол төҙөлгән һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә буйһонмау факты буйынса материал тупланып, БР Тәфтиш комитетына ебәрелгән.
Фото: видеонан скриншот.
Мәғлүмәттең һәм видеояҙманың сығанағы – “Башинформ” агентлығы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"