Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 07:23
Туймазыла – “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” фестивале
-
Кисә Туймазы ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт һарайында тантаналы рәүештә “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” балалар халыҡ хореографияһының асыҡ республика фестивале башланды. Быйыл фестиваль ҡатнашыусыларын инде һигеҙенсе тапҡыр йыйҙы. Был матур яңылыҡ менән Туймазылағы коллегаларыбыҙ бүлеште. Байрам күренештәренә беҙ ҙә күҙ һалайыҡ, дуҫтар!
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” балалар ижадын үҫтереү, йәш быуында эстетик зауыҡ тәрбиәләү, халыҡ бейеүенең киләсәген күҙаллау маҡсатынан сығып уҙғарыла. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Туймазы ҡалаһы хакимиәте башлығы Эдуард Рәхмәтуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сәләмләнеләр. Нәфисә Булат ҡыҙы БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
Фестивалдә республиканың 14 ҡалаһы һәм биш районынан 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. 30 хореография коллективы араһында 8–11 йәштәгеләрҙән – һигеҙ, 12–14 йәштәгеләрҙән – 13, 15–17 йәштәгеләрҙән торған туғыҙ коллектив ҡатнашты.
Беренсе көндә конкурсанттар урындағы фольклорға нигеҙләнгән бейеү өлгөһөн күрһәтһә, бөгөн инде ирекле темаға сығыш яһай.
Йәш бейеүселәрҙе БР-ҙың халыҡ артисы, билдәле бейеү оҫтаһы Риф Ғәбитов етәкселегендәге жюри баһалай.
Фестиваль барышында хореография коллективтары етәкселәре менән ижади лабораториялар үткәрелә, Туймазы ҡалаһы буйлап экскурсия, тыуған яҡты өйрәнеү музейына барыу, йәш таланттарға күңелле дискотека ла ҡаралған.
Гала-концерт, еңеүселәрҙе ҡотлау 27 мартта ошо уҡ мәҙәниәт һарайында үтә.
Мәғлүмәт, фотолар өсөн Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, уның етәксеһе Рәмзин Рәфҡәт улы Әбсәләмовҡа рәхмәтлебеҙ.
Хоровод_Дружбы #Фестиваль2021 #Туймазыкультура #РЦНТРБ #МКРБ
Автор: Равиля Гатауллина.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"