Яңылыҡтар
26 Март 2021, 11:45

Өфөлә бер ҡатын элекке ирен эҙәрлекләүҙә ғәйепләй. Ахырҙа ул Мәскәүгә сығып киткән, ләкин ир унда ла барып тапҡан

-

Августа Инна 21-се дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Табиптар уға баш мейеһе йәрәхәтләнгән тигән диагноз ҡуйған. Ир уны электрошокер менән туҡмағас, ҡатын полицияға ике ғариза яҙған. Бер ғариза буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙан баш тартҡандар.

Бынан алда ир уға бысаҡ менән ташланған, шуға Инна унан киткән һәм судҡа биргән. Ләкин етерлек дәлилдәр йыйылмаған.

Ир элекке ҡатынын уның аҡыллы сәғәте ярҙамында ла күҙәтергә маташа.

Ошо көндәрҙә ир уны подъезда көтөп торған. Уны күршеһе ҡыуып ебәргән. Инна ныҡ ҡурҡҡан, был хаҡта башҡаларға һөйләүҙе үтенә.

Сығанаҡ: Баш.ньюс
Башкортостаным/яңылыҡтар
Читайте нас