Башҡортостанда йәшәгән ханым «Ю» телеканалының «Я стесняюсь своего тела» проектына эләккән. Программала һөйләүҙәренсә, 45 йәшлек Илһөйәрҙең ауылдаштары уға ярҙам итеүҙе үтенеп хат яҙған.
Уның өс йыл буйына лимфидема сиренән яфаланыуы асыҡланған. Бер аяғы – бер метрға, икенсеһе 90 сантиметрға тиклем шешкән.
«Һеҙ миңә бик йәл. Һиҙәһегеҙме, ниндәй еҫ сыға? Йәрәхәттәргә инфекция эләгеүе мөмкин», — тигән табип.
Ошо йылдар эсендә ҡатынды ире ҡараған, яраларын бәйләгән. Ләкин Илһөйәр дауаланмаған, ә ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар ғына эскән.
Табиптар дауалауға тотонған, ай ярымдан һуң уның хәле яҡшыра башлаған. Уға бандаж эшләгәндәр, Илһөйәр диета тотҡан, 53 килограмға (156 килограмдан 103 килограмға тиклем) ябыҡҡан. Тирене күсереп ултыртыу операцияһын да кисергән. Дауаланыу туғыҙ ай дауам иткән, хәҙер табиптар уны дистанцион күҙәтә башлай.